ЙЫЛҠЫСЫҠҠАН КҮЛ
Борон бер аусы башҡорттоң бик шәп һунар эте булған. Күк-
түш исемле. Уның тотмаған йәнлеге, ауламаған ҡошо булмаған.
Бер саҡ һунарҙа йөрөгәндә, урманда быларға бер егет осраған.
Ул ошо Күктүшкә бик ҡыҙыҡҡан. Этте уға биреүен үтенгән,
әжеренә күлдән йылҡы сығарырға вәғәҙә иткән. Бик быуынына
төшкәс, аусы башҡорт күнгән, Күктүшен серле егеткә биргән. Егет
эт менән күлгә төшөп киткән дә бер бейә алып сыҡҡан. Аусыны
бейәгә атландырып былай тигән: «һин алға ҡарай китә бир, бейә
артынан күлдән йылҡы малы сығыр, тик артыңа әйләнеп ҡарама
». Шулай тигән дә егет Күктүш менән әллә ҡайҙа ғәйеп тә булған.
Аусы бейәһенә атланып киткән. Бер аҙ барғас, ул артында ат
кешнәгән тауыш, тояҡ тупылдауы, бейәләр сещрәүе ишеткән. Күпмелер
барғас, түҙмәгән, артына әйләнеп ҡараған. Ҡараһа, күлдән
көтөү булып сығып килгән йылҡыларҙың яртыһы күлгә кире
сумған. Ярға аяҡ баҫҡандары ғына тороп ҡалған.
Күлдән сыҡҡан был йылҡы үҙе буй һыртлы ала төҫтәге
тоҡом икән. Ала төҫ йылҡы тоҡомо ана шунан ҡалған. Был
күлде аҙаҡ Йылҡысыҡҡан күл тип атағандар.
Күл үҙе хәҙер ҙә ҡараһыу төҫтә бер серле һыу булып ята. Ул
йәй ҙә, яҙ ҙа, ҡыш та бер кимәлдә — артмай ҙа, кәмемәй ҙә. Күлдә
балыҡ-фәлән юҡ.
Был күл йәнәшәһендә — Ығышмакүл. Уның уртаһында элек
бер ҡайын үҫеп ултыра ине күтерле утрауында. Ул утрау шул
ҡайын менән бер яҡтан икенсе яҡҡа ығышыр, күсеп йөрөр ине.
Шуға уны Ығышмакүл тиҙәр. Ҡайын хәҙер күтерле утрауы менән
бер башта нығынып, тамырланып киткән. Был күлдең кимәле лә
Йылҡысыҡҡан менән бер • тигеҙ — артмай ҙа, кәмемәй ҙә. Уларҙың
һыуы аҫтан тоташҡан *.
1979 йыл Бөрйән р-нында Шүлгән янындағы заповедникта
ҡарауылсы-урмансы булып эшләүсе Мостафин Ғәлиулла Аҙнағол улынан (1938 йылғы) Ғайса Хөсәйенов яҙып алған. — АЭМ, 1979, 159—160-сы б.;
БХИ, РЛ, N° 64; БПЛ, N° 32.
Вар.: Ғилми архив, ф. 3, оп. 23, д. 7, л. 73—76
1 «Йылҡысыҡҡан күл» легендаһы Бөрйән районында киң таралған һәм борондан
һөйләнеп килгән легендаларҙың береһе. Ул М. В. Лоссиевскийҙың «Из
суеверий и легенд мусульман Оренбургского края» тигән яҙмаларында ла (ОЛ„
1878, N° 36) осрай. Бында мөғжизәле эттең хужаһы —• Шүлгән күленән ун биш
саҡрымдар алыҫлығында йәшәгән атаҡлы һунарсы Бышлаҡ. Ул һунарға йә
бөркөтөн, йә ыласын-шоңҡарын алып сыға. Берҙән-бер көн Бышлаҡ ҡаршыһына
тау артынан бер эт килеп сыға. Эт һунарсыға бик оҡшай, тотоп муйынына
бау һала был. Күп тә үтмәй тау артынан бер ят кеше лә килеп сыға.
Ул:
— Ай, мәрхәмәтле кеше, ниңә бәйләнең этемде? Зинһар, бирә күр, — ти.
— Нишләп мин уны һиңә бирәйем? Мин уны үҙем тотоп алдым, ул минеке,—
ти Бышлаҡ.
Ят кеше бик үтенеп һораһа ла, Бышлаҡ этте бирмәй. Шунан теге кеше
әйтә:
— Әйҙә улайһа, күл буйына киттек, мин һиңә бер нәмә күрһәтәм, — ти.
Бышлаҡ уйлап-уйлап тора ла риза була. Яр буйына килеп етеүҙәре була,
теге ғәжәп кеше аты-ние менән туп-тура күл төбөнә сума. Бер аҙ ваҡыт үткәс,
күл күбекләнеп ҡайнай башлай. Теге ят кеше һыу төбөнән иҫ киткес матур
ерән бейә алып сыға.
— Шундай бейә осратҡаның бармы? —ти был.— Оҡшаһа, ал эт урынына,
— ти.
Бышлаҡ аптырап ҡала. Эштең тиктәҫтән генә түгеллеген аңлап, этте ошо
бейәгә алыштырырға риза була. Теге кеше әйтә:
— Бәхетең, егет, ал бейәмде. Тик хәҙер туп-тура өйөңә ҡайтып кит. Ҡайтып
еткәнсе артыңа әйләнеп ҡарама, — ти. Үҙе шул саҡ әлеге эте менән күлгә
сума. Бышлыҡ ҡайтыу яғына ысҡына. Артынан кешнәй-кешнәй йылҡы көтөүе
эйәрә икән. Бышлаҡ артына әйләнеп ҡарамай түҙә алмай. Ҡараһа, күҙ күреме
ерҙән эркелеп йылҡы малы килә. Шул саҡ өйөр туҡтала, һыуҙан сығып өлгөрмәгәндәре,
кире күлгә сума. Бөрйән аттары ошо тоҡомдан ҡалған, имеш.
Артабан Бышлаҡтың бик күп нәҫел-нәсәбе ҡала, уларҙы «Байулы» тип йөрөтәләр.
Ошо уҡ мотив «Ҡара юрға» исемле эпик ҡомартҡының 1960 йылда Ырымбур
өлк. Александр р-ны Ҡотос ауылы Рәхилә Теләкәеванан Кирәй Мәргән
яҙып алған вариантында ла урын ала. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 21, д. 3,
л. 124.
Мең ҡәбиләһе башҡорттары араһында шулай уҡ һыуҙан (Аҡ зыярат күленән)
сыҡҡан йылҡы малы тураһында легендалар бар. — БРЛ, I. 252-се б.
Ҡаҙаҡ ғалимы Е. Д. Торсоновтың хеҙмәтенән күренеүенсә, һыу аҫтында
мәҡам тотҡан йылҡы малы, үгеҙҙәр тураһындағы легендалар төрки-монгол халыҡтары
(мәҫәлән, төрөк, ҡалмыҡ, бүрәт) араһында әлегәсә йәшәй. — Турсунов Е. Д. Генезис казахской бытовой сказки. — Алма-Ата, 1973. С. 43.