Аҡыл гәүһәрҙәре💯
1. Киткән кешене тотҡарлама, килеүсене ҡыума
2. Түшәктә ятҡан килеш бер кем дә абынып йығылмай
3. Тиҙ – тимәк, яй, әммә тәнәфесһеҙ
4. Иҫәүән һәм аңһыҙҙарға юл бир
5. Яман бәндәнең дуҫы булыуҙан яҡшы кешенең дошманы булыуың артыҡ
6. Ғәҙәти кешеләрҙән тыш бөйөктәр яралмай
7. Юғарыға күтәрелергә бик ныҡ теләгән кеше баҫҡыс уйлап табасаҡ
8. Ир менән ҡатын ҡул менән күҙ һымаҡ булырға тейеш: ҡул ауыртҡан саҡта – күҙҙәр илай, илағанда – ҡул күҙҙең йәштәрен һөртә
9. Ҡояш хаҡлыларҙы ла, хаҡһыҙҙарҙы ла белмәй. Ҡояш кемделер йылытам тип балҡымай. Үҙен тапҡан кеше ҡояшҡа тиң.
10. Алыҫ юл да яҡындағыһынан башлана
11. Ҡылыс ғүмереңдә бер тапҡыр ғына кәрәкһә лә, уны һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтөү яҡшы
12. Матур сәсәкәләр яҡшы емеш бирмәй
13. Ҡайғыны йыртыҡ күлдәк кеүек өйҙә ҡалдырырға кәрәк
14. Мөхәббәт бар саҡта сәсәктән яралған йәрәхәт тә яңаҡтағы соҡорҙар кеүек матур
15. Бер изге һүҙ өс ҡышҡы айҙы йылыта ала
16. Мәсьәләне хәл итергә мөмкин булһа, ул саҡта хафаланыу кәрәкмәй, хәл итеп булмаһа, хафаланыуҙан файҙа юҡ
17. Ботаҡ һүрәте төшөргәндә, ел тынын ишетрегә кәрәк
18. Кемдәлер шикләнерҙән алда ете тапҡыр тикшереп ҡара
19. Булдыра алғаныңды эшлә лә, ҡалғанын яҙмышҡа тапшыр
20. Артыҡ дөрөҫлөк ахмаҡлыҡ менән сиктәш
21. Көлөү тауышы ишетелгән йортҡа бәхет килә
22. Япраҡтың батыуы, таштың ағыуы мөмкин
23. Йылмайған йөҙгә уҡ атмайҙар
24. Һалҡын сәй менән һалҡын дөгөгә түҙергә була, әммә һалҡын ҡараш менән һалҡын һүҙгә түҙеп булмай
25. Уйлағас – ҡарар ҡабул ит, ҡарар ҡабул иткәс – уйлама
26. Белмәгәнде һорағанда бер минутҡа ғына оят, белмәгәндә – ғүмерлеккә
27. Камил көршәк бер ваҡытта ла алама оҫтаның ҡулынан төшмәгән
28. Әҙ генә бөгөлөүҙән ҡурҡма, нығыраҡ турайырһың
29. Тәрән йылғалар тын аға
30. Үҙ теләгең буйынса юлға сыҡһаң, меңәр саҡрымдар ҙа тәүгеһе һымаҡ тойолор.