Башҡорт ни өсөн сулпы таҡҡан?
☘Һәр сулпының үҙ әһәмиәте бар. Сулпыларҙы төрлө ырымдарға таянып һуҡҡандар. Мәжүселек заманынан һаҡланып килгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре, насар көстәрҙән ҡурсалау сифатын ғына үтәмәгән.
☘Ҡыҙ бала үҫкән һайын сулпы ауырайған, тәнкәләре лә артҡан.
Сулпыларға ҡарап ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һәм дәрәжәһен абайлағандар.
Кейәүгә сыҡҡан йәш килендәр көйәнтәле сулпы тағып йөрөтһә, үҫмер ҡыҙға һикәлтәле биш-алты тәнкәле сулпы тағырға кәңәш ителгән.
Оло йәштәге башҡорт ҡатындары еңелерәк оҙайлы ғүмер юлын үтеп, өләсәй булыуын аңғартҡан йоҡа ярым ай сулпыһын тағып йөрөткән.
Өләсәй һәм ҡәйнә дәрәжәһенә еткәндәр сулпыһы еңел һәм йоҡараҡ. Семәрле лә түгел, ә келән пластина көмөшкә төрлө биҙәк суҡылған сулпы.
"Бындай сулпылар сылтырамай, башҡараҡ дың-дың тауыш сығара. Күңелде үҙенсәлекле тауышы менән арбап-тынысландырып тора"- тип аңлаты өләсәйем.
Йәш ҡыҙҙар сулпылары сылтырап, дәртләндереп торған. Әбейҙәр сулпыһы тауышһыҙ тиер инем.
Ҡайһы бер ырыу башҡорттары япраҡ сулпы тиһә, тамъяндар ярым ай тип атай.
Өләсәйҙәрҙең ярым ай сулпы ҡомартҡылары, беҙҙең яҡта күпләп һаҡлана.
Дауамы бар...