ТҮҢГӘҮЕР
Түңгәүерҙәрҙә ырыуҙың килеп сығышы тарихы тураһында легенда ла һаҡланған. Унда былай тип бәйән ителә: “Бик борон заманда Аҡ диңгеҙ буйының Мәкин тигән ҡалаһында бер хан йәшәгән. Был хандың Күләмәлек-Күрклек исемле бик сибәр ҡыҙы булған. Атаһы уны, кеше күҙенән йәшереп, зинданға ябып ҡуйған. Бында ул ҡояш нурҙарынан ауырға ҡалған. Асыуы килгән хан ҡыҙын, көмөш кәмәгә ултыртып, Арал диңгеҙенә ебәргән. Кәмәне бөрйән менән түңгәүерҙәрҙең ата-бабалары күреп ҡала...
Башҡорттар – Евразия ҡитғаһындағы иң боронғо халыҡтарҙың береһе. “Башҡорт” атамаһы яҙма сығанаҡтарҙа – 6-сы быуаттан, ә башҡорт халҡы Уралда 9-сы быуаттан йәшәгәнлеге билдәле. Был дәүерҙә татар, ҡаҙаҡ, үзбәк һәм башҡа халыҡтар булмаған әле.
Башҡорттар борон-борондан ырыуҙарға бүленгән. Ғалимдар иҫәпләүенсә, башҡорт халҡында ҡырҡтан ашыу ырыу булған. Башҡорт халҡының нигеҙен тәшкил иткән ырыуҙарҙың береһе – Түңгәүер.
Түңгәүерҙәр өс ырыуға бүленә. Ялан-Түңгәүер ырыуы башҡорттары бөгөнгө Хәйбулла, Йылаңйыр, Баймаҡ райондарында йәшәй. Ялан түңгәүерҙәре йәшәгән территорияны 1922 йылға тиклем 1-се, 2-се Түңгәүер улустары тәшкил иткән. Улар Башҡорт Республикаһының Бөрйән-Түңгәүер кантонына ҡараған булған. Урман-Түңгәүер ырыуы башҡорттары – хәҙерге Әбйәлил, Бөрйән, Белорет (Исмаҡай ауылы), ә Эйек-Түңгәүер ырыуы хәҙерге Күгәрсен (Смаҡ-Түңгәүер ауылы) районы ауылдарында йәшәй. Урман түңгәүерҙәренең ерҙәре элек Тамъян-Түңгәүер улусын тәшкил икән. Йәғни түңгәүерҙәр күршеләре тамъяндар
менән бер административ берәмеккә берләшкән булған.
Түңгәүерҙәрҙә ырыуҙың килеп сығышы тарихы тураһында легенда ла һаҡланған. Унда былай тип бәйән ителә: “Бик борон заманда Аҡ диңгеҙ буйының Мәкин тигән ҡалаһында бер хан йәшәгән. Был хандың Күләмәлек-Күрклек исемле бик сибәр ҡыҙы булған. Атаһы уны, кеше күҙенән йәшереп, зинданға ябып ҡуйған. Бында ул ҡояш нурҙарынан ауырға ҡалған. Асыуы килгән хан ҡыҙын, көмөш кәмәгә ултыртып, Арал диңгеҙенә ебәргән. Кәмәне бөрйән менән түңгәүерҙәрҙең ата-бабалары күреп ҡала. Яр буйында ҡарап торғанда уҡ табышты үҙ-ара бүлешеп тә ҡуялар: кәмә – Бөрйән батырына, кәмә эсендәгеһе – Түңгәүер батырына буласаҡ. Кәмәне тотоп алһалар – уның эсендә хан ҡыҙы, ти. Түңгәүер батыры был сибәр ҡыҙҙы кәләш итеп ала. Уларҙан аҙаҡ Түңгәүер ырыуы тарала”.
Билдәле булыуынса, һәр бер башҡорт ырыуының атрибуттары – тамғаһы, ағасы, ҡошо һәм ораны бар. Түңгәүерҙәрҙең тамғаһы – ярым ай, ағасы – ерек, ҡошо – һайыҫҡан, ораны – ҡуңғрат.
Һәр башҡорт ырыуы үҙенең тарихы, арҙаҡлы шәхестәре менән билдәле. Түңгәүерҙәр мәшһүр ҡурайсылары менән дан тота. Башҡорт ҡурайын беренсе булып Париж сәхнәһенә сығарған арҙаҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев – ялан түңгәүерҙәренән, Хәйбулла районы Үрге Смаҡ ауылынан. Ул 1927 йылда Майндағы Франкфурт ҡалаһында (Германия) үткән Бөтә донъя музыка күргәҙмәһендә ҡатнаша. Башҡорт ҡурайын икенсе булып донья сәхнәһенә сығарған халҡыбыҙҙың тағы бер данлы ҡурайсыһы Ишмулла Дилмөхәмәтов та – Түңгәүер башҡорто. Ул 1928 йылда хәҙерге Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында тыуған.
1966 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсыһы һәм солисы булараҡ башҡорт ҡурайының данын бөтөн донъяға тарата. Ҡурайсы Франция, Италия, Швеция, Швейцария, Германия, Польша, Венгрия, Афғанстан, Иран, Япония һәм башҡа илдәрҙә ҡурай моңо менән тамашасы күңелен яулай.
Түңгәүер ырыуының үҙенең айырым үҙенсәлекле ҡурайы ла бар. Данлы ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов (Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡустыһы) Түңгәүер ҡурайының үҙенсәлектәре тураһында былай тип яҙғайны: "Түңгәүер ҡурайының бүтән ырыу ҡурайҙарынан айырмаһы шунда башҡаларҙың оҙонлоғо 7–9 тотамдан уҙмағанда, түңгәүерҙәрҙеке – 11 тотам. Түңгәүер ҡурайын шулай уҡ нәҙек яғын ауыҙға терәп уйнайҙар. Уның тауышы традицион ҡурайҙыҡына ҡарағанда күпкә көслөрәк сыға”. Был ҡурайҙа Сәйфулла Дилмөхәмәтов һәр ваҡыт яратып уйнар булған.
Ырыуҙар хәрәкәте башланғас, 1994 йылда Йылайыр районы Юлдыбай ауылында Түңгәүер ырыуының беренсе йыйыны үтте. Икенсе йыйын 2007 йылда Өфө ҡалаһында уҙҙы. Түңгәүерҙәрҙең ҡор башы итеп арҙаҡлы сәнғәт эшмәкәре Хөрмәтулла Үтәшев һайланды. Билдәле рәссам Илдар Шәйәхмәтов тарафынан түңгәүерҙәрҙең гербы эшләнде. Талантлы музыкант Урал Иҙелбаев ырыуҙың гимнын ижад итте. Ул үҙе сығышы менән түңгәүер башҡорттарынан.
Түңгәүерҙәр талантлы йырсылары менән дә дан тота. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов, атҡаҙанған артист Гөлсөм Бикбулатовалар ошо хаҡта һөйләй. Нефтекама ҡалаһының филармонияһы янында нисә йыл инде “Түңгәүер” бейеү ансамбле уңышлы эшләп килә. Был коллектив ырыуҙың исемен яңы бейеклектәргә күтәрә.
"АМАНАТ" журналынан.