ТАМЪЯН ЫРЫУЫ АРАЛАРЫ
Хөрмәтле тамъяндар!
Ҡәҙерле ҡан-ҡәрҙәштәр!
Үҙ ырыуың тарихын өйрәнеү, шәжәрәңде төҙөү нәҫел араңды белеүҙән, уға ниндәй фамилиялар инеүен асыҡлау һәм уларҙы ҡағыҙға теркәүҙән башлана. Әйҙәгеҙ, күмәкләп Тамъян ырыуы араларын, уға ҡараусы фамилияларҙы яҙайыҡ, ырыу араларының нимәгә бәйле килеп сығышын аңлатып яҙайыҡ, түбәндәге мәғлүмәттәрҙе тулыландырайыҡ, яңыларын өҫтәйек.
Был күмәкләп эшләнә торған эш. Шуға күрә яңы ара исемдәрен, шул араларға инеүсе фамилияларҙы өҫтәйек, тулыландырайыҡ, хата булһа, төҙәтәйек. Тик тупаҫ һүҙҙәр яҙыуҙан, бер-беребеҙгә ҡаты бәрелеүҙән, кеше битен йыртыуҙан һаҡ булайыҡ, үҙ өҫтөбөҙгә гонаһ алмайыҡ, кешеләрҙе рәнйетмәйек.
ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ:
АЙЫУҺАҘЫ - алйырҙандар (Уйылдановтар, Ғайсиндәр, Баймөхәмәтовтар, Сөләймәновтар, Шәмсҽтдиновтар, Латиповтар, Шаһиҽвтар, Хилаловтар, Сәғитовтар, Килдҽйәровтар, Хәйбуллиндәр, Фәтхуллиндәр, Мөхәмәткилдиндәр), көҙәндәр (Әхмәткирәйевтәр, Ғәниҽвтәр, Кәримовтар, Кәбировтәр, Хөшшәмовтар), башмаҡтар (Йәнйҽгҽтовтар, Низамовтар, Ғәлиндәр), ҡалмаҡтар (Ғәлимовтар), туңыртҡалар (Нәҙҽрғоловтар ), сҽптәләр (Хөснөтдиновтар, Арғынбаҽвтар), бауырҙар (Мөхәмәткилдиндәр).
АМАНГИЛДЕ - таулылар, төрәйҙәр ( Әхмәтйәновтар, Вәлиевтар, Баймырҙиндар, Байтуриндар, Мәхийәновтар, Мөхәмәтйәновтар, Тутаевтар, Шакировтар, Хажиндар, Ямаловтар), ҡарғалар (Бүләкбаевтар, Әхмәтҡужиндар, Рәхмәтовтар, Ҡужәхмәтовтар, Сафиндар, Камаловтар, Низамовтар, Ғәлләмовтар), ҡабандар, ҡалмаҡтар.
АТАУҘЫ -
БУРАНҒОЛ - айыуҙар (Ғәбитовтар, Искәнйәровтар), татарҙар (Нәбиуллиндәр, Исмәғилевтәр, Оморҙаҡовтар, Мансуровтар, Ғибәҙәтовтар, Хәйруллиндар, Моратовтар, Хәмитовтар, Ғиниәтовтар, Шөғәйеповтар), ҡайыптар, таҙҙар, мыһырҙар.
Ғәзим УСМАНОВ:
Таҙҙар - Хәлиулла ҡарттың ике улы була. Береһе Әҙәт, икенсеһе Өмөт. Әҙәттән таҙҙар араһы тарала.
Татарҙар - Өмөттөң ике ҡатыны була: береһе башҡорт, икенсеһе - татар. Шуның өсөн Өмөттөң вариҫтарын хәҙер татарҙар араһы тип алып йөрөйҙәр.
БИКҠОЛ - сыйылдыҡтар (Рауиловтар), тейәктәр (Баязитовтар), йүкәштәр (Тимерйәновтар).
БУҘЫҠАЙ (элекке ауыл) -
ДАУЫТ -
ДӘҮЛӘТША - ҡайғолдар, бубырҙар, ҡырҡтамғалар.
ДӘҮЛӘТ (Көһәмеш Башайы) -
НЫЯҘҒОЛ (Китекәй) - көйөлдөләр (Усмановтар).
ИСХАҠ (Ҡуянсыҡ) -
ИШКИЛДЕ - ҡөҙисәләр (Усмановтар, Мырҙагилдиндар, Фәхретдиновтар, Хәкимовтар, Хәсәновтар, Вәлиевтәр, Моратшиндар, Ғибаҙуллиндар); ҡарасмандар (Хисмәтуллиндар, Йәнбирҙиндар); бәхтиәрселәр (Зариповтар), ҡарабалтырҙар (Шаһивәлиевтәр, Вәлиәхмәтовтар).
ЙӘЛЕМБӘТ (Татлымбәт) - ҡыҙыл баштар, көһәптәр.
КҮСЕМ - ҡаралар, бауырҙар, моҙғалар (Ҡарағужиндар, Данияровтар), бөгәзеләр (Хәйбуллиндар, Әхтәмовтар, Фәйезовтар).
Сәлиха ФӘЙЕЗОВА:
Телдән-телгә күсеп килгән риүәйәттәр буйынса, Иһәш тархандың нәҫелдәре “ҡаралар” тип исемләнгән. Күсем ауылында йәшәгән һәм эргәләге һигеҙ ауылдың (Айыуһаҙы, Бикҡол, Ташбулат, Нияҙғол, Мөхәммәт, Әүмеш, Теләш) ырыу башлығы булған Йомор бейҙең улдары Иһәш һәм Мәмбәтҡужаның нәҫелдәре хәҙерге ваҡытта Күсем ауылының төп халҡын тәшкил итә. Мәмбәтҡужаның улы Солтанғужа, уның өс улы – өс ара биргән. Ололар һөйләүенсә, Солтанғужаның Ҡарағужа исемле улы балыҡсы булған, гел моҙға менән балыҡҡа йөрөгән улын, Cолтанғужа, “моҙға” улым, тип йөрөткән. Ҡарағужаның нәҫелдәре моҙғалар араһы булып киткән. Икенсе улы Ҡарабай көслө булған, бер ваҡытта ла иламаған, уға Солтанғужа: “Бауыр кеүек ҡатыһың, улым”, - тиер булған. Шуға уның балаларына "бауырҙар" ҡушаматы йәбешеп ҡалған. Өсөнсө улы Ҡунаҡбай гел генә атаһының ҡул араһында эшләшеп йөрөгән, бик егәрле булған. “Салғының бөгәзеһе (салғы тотҡаһы) кеүек, гел генә бөгөлөп эшләп тик йөрөйһөң бит, улым”, - тип яратҡан Солтанғужа кинйәһен. Ҡунаҡбайҙың балалары “бөгәзеләр” араһын тәшкил итә.
Илдар ҒИЛМАНОВ:
Хәҙерге хәлгә ҡарап түгел, мин белгән ваҡытта Күсем ауылында араларҙа ошолай фамилиялар була торғайны: ҡаралар ( Ғилмановтар, Атауллиндәр, Билаловтар, Зәйнуллин Марат Шаһикамал улы); бауырҙар (Йәнйегетовтар, Кусимовтар, Ғафаровтар, Дулановтар, Сәғәҙәтовтар, Ҡужәхмәтовтар, Шаһыбаловтар, Әхмединдәр (Әхмәдейә исеменән), Мурзиндәр (Әҙелмырҙа исеменән), Ғайсиндәр, Ғәбитовтар, Хәлимовтар, Хәйруллиндәр, Хәлитовтар, Хановтар); бөгәзеләр (Хәйбуллиндәр, Хафизовтар, Әхтәмовтар, Фәйезовтар, (Харисовтар - Ташбулатта); туҡмаҡтар (Лоҡмановтар); шештәр (Заһретдиновтар); ҡатайҙар
(Ғабдуллиндар, Ғәтиәтуллиндар); күтәндәр (үҙҙәренсә майҙы эсәктәр)
(Карнаевтар (Зөлҡәрнәй исеменән); моҙғалар ( Ҡарағужиндар, Дәниәровтар, Килдияров Йыһангир олатай, Солтанмәхмүт мулла Юлдаши (Юлдашев) - моҙға, Ҡарағужа нәҫеле.
КҮСӘР (Башай) - татарҙар: (Фәтхуллиндар, Фәхретдиновтар, Низамовтар, Яровтар (Аллаяровтар), Килдияровтар, Солтановтар, Нурмөхәмәтовтар).
ҠАҘМАШ - туҙғалталар (Ниғмәтуллиндар, Моталовтар, Әйүповтар, Бикҡужиндар, Нурмөхәмәтовтар, Дауытовтар, Исхаҡовтар, Һиҙиәтовтар, Шәмғоновтар, Карнаевтар, Нуховтар, Рыҫҡоловтар, Яҡуповтар), ҡараҡалпаҡтар (Аҡҡужиндар), сүпелдектәр (Фәттәховтар, Тәхәүетдиновтар, Ғәббәсовтар, Ғәйфуллиндар, Ғәлимовтар), маңҡалар (Әһеловтар, Билаловтар, Ихсановтар, Мәхмүтовтар, Сафиндар, Ғибатовтар, Һатлыҡовтар, Сафиуллиндар, Сәйфуллиндар, Ғиззәтовтар, Мусиндар, Папаниндар, Имелбаевтар, Халиҡовтар), ҡаҙаҡтар (Хәсәновтар, Зәйнуллиндар, Усмановтар, Атауллиндар, Рәжәповтар, Ибраһимовтар, Ғиззәтовтар)
ҠОЛОҠАС (Ҡолҡан) -
ҠУЖАН (Яңы Хоҙайбирҙе, Башай) - маңҡалар (Хамматовтар, Хәйруллиндар, Кәримовтар, Шафиҡовтар, Мөхәмәтйәновтар, Һиҙиәтовтар, Муллағәлләмовтар, Һибәтуллиндар).
ИҘӘШ ҠУСҠАРЫ (Иҙәштамаҡ) - ҡапсыҡтар, бәбәләштәр, көһәптәр, ҡолоштар, шағырҙар.
ТАЛ ҠУСҠАРЫ (Талморон, Әбәйт Ҡусҡары) - ҡапсыҡтар, бәбәләштәр, көһәптәр, ҡолоштар, шағырҙар, ейәнғолдар, ҡыпсаҡтар.
ҠУШЫЙ -
ИСХАҠ - тапсыйҙар (Солтановтар)
РЫСҠУЖА (Субан) - маңҡалар, көбөләр, туңыртҡалар, сырмауҙар, суҡмарҙар, көйөлдөләр.
Рәжәп ЯҠУПОВ, тыуған яҡты өйрәнеүсе:
Рысҡужа ауылында йәшәгән иң ҙур ара булып маңҡа аралары һанала. Уларҙан һуң сырмау, сумар, көбө, тумыртҡа, айыу, бейембәт, сүпем һәм сит ауылдан килгән кейәүҙәр йәшәй.
Маңҡалар араһыкешеләре көрәш буйынса дан алғанбулғандар."Бынау маңҡа (бәләкәй, йәш тигәнде аңлата) көрәштә тәкә алды", тип һөйләгәндәр. Һәм ул ара кешеләрен маңҡалар тип атай башлағандар, тип ололар һөйләне. Рысҡужа халҡының яртыһынан күбен улар тәшкил итә. Улар кенәз Шағәле Шаҡман тоҡомдары.
Сырмауҙар - Уралға йәйләүгә сыҡҡанда сырманып, һуҙылып, бөтә кешенән дә иң аҙаҡтан ҡалып йөрөр булғандар, шуға сырмау араһы тигән исем бирелгән, тейҙәр.
Суҡмарҙар - Сура батыр тоҡомдары. Сура батырҙың төп һуғыш ҡоралы суҡмар булған, шуға күрә уның нәҫелдәренә ошо исем бирелгән, тип һөйләп ҡалдырған Ғәлиәхмәт олатай.
Көбөләр - көбөгә оҡшап йыуан, ҙур кәүҙәле Хәмит олаталарының ҡушаматынан килеп сыҡҡан, тейҙәр. Уны бер ат та күтәрә алмаған, шуға күрә ул, һөйрәтке эшләп, гел шуға ултырып йөрөгән, тип ололар һөйләп ҡалдырғандар.
Тумыртҡалар - балта оҫталары булғандар. Гел туҡылдап эшләнеп йөрөгәнгә "Тумыртҡа һымаҡ туҡылдап, кешегә йоҡларға ҡамасаулайһығыҙ", - тип кешеләр һуҡранғанға ошо ҡушамт тағылған, тип һөйләйҙәр.
Айыуҙар - бер өләсәйҙәрен айыу урлай. Шул ҡатындан булған балаларға бирелгән ҡушамат, тейҙәр.
Бейембәттәр - һуғыштан алда Ҡолғананан күсеп килгән Асҡаровтар араһы.
Сүпемдәр - Ҡаҙмаштан күсеп килгән Ғәйфуллиндар араһы.
Ауылда ҡырҙан күсеп килгән кейәүҙәр байтаҡ. Рысҡужа ауылының ҡыҙҙары, кейәүҙәре менән бергә ата-әсәләрен көтөргә ҡайтып, изге бурыстарын үтәйҙәр.
Рәжәп ЯҠУПОВ. Рысҡужа (Субан) ауылы тарихы. Магнитогорск, 2021 йыл, 12-се бит.
РАУИЛ (Йәрәбә, Ташьяр) -
ТАҠҺЫР (Теләнсе) -
ТАШБУЛАТ - төптәр, таулылар (Фәтхуллиндар, Хисмәтовтар), таҙҙар (Әхмәтовтар, Йәһүҙиндәр, Билаловтар, Бадаловтар, Ҡараҡаевтар), сөмәнтәйҙәр, шамбылар, алйырҙандар, ҡаҙаҡтар, көҙәндәр (Таһировтар, Хөщәмовтар, Баязитовтар), аҡҡусҡарҙар, бөгәзеләр (Әхтәмовтар, Хәйбуллиндәр, Фәйезовтар), бауырҙар (Мәүлит Сәғәҙәтов, Таяр Шаһыбаловтарҙың ғаиләләре, Күсемдән күсеп килгәндәр), сипалайҙар (Ситдиҡовтар, Нурғәлиндар, Вәлмөхәмәтовтар).
ТЕЛӘШ - торналар (Бәшәровтар, Йәлмырҙиндар), киһекәйҙәр (Ғөбәйевтар (Азаматовтар), Халиҡовтар, Сабировтар, Ялаловтар, Харрасовтар), алйырҙандар (Рәхмәтуллиндар, Ғәйнуллиндар), Сикәләр (Садиҡовтар, Хөббөтдиновтар), ҡырғыҙҙар (Хажиндар), таҙҙар (Билаловтар), айыуҙар (Сурагилдиндар).
ҺӘЙЕТҠОЛ - типтәрҙәр, тумырҙар, көзәләләр, ҡаймаҡтар, бубылдар, әбеләйҙәр, таулылар (Фәттәховтар, Мәхмүтовтар, Мәғәфүровтар), ҡарасмандар, оҙон тәсбихтәр (Фәттәховтар), ҡолаҡтар (Садиҡовтар, Камаловтар), ҡаралар (Ялаловтар, Батталовтар, Билаловтар, Бикбулатовтар), һарттар (Хәкимовтар).
ӘҮМЕШ (Алсынбай) - айыуҙар, алҡымдар, бейәләйҙәр, боттоҡтар, ҡуяндар, үгеҙҙәр, һәлберҙәр, бешкәктәр.
ЯРЛЫҠАП (Ярылғап, Мәсәғүт) - айыуҙар, мышылар, малайҙар, таулылар, типтәрҙәр, мәмбәтәйҙәр, мүктәргеләр.
ТАШТИМЕР - айыуҙар (Дәминдәровтар, Хызыровтар, Кәримовтар, Ғайсиндар, Дауытовтар, Алсынбаевтар, Яҡуповтар, Ишмырҙиндар), сарҙаҡтар (Вәлиуллиндар, Вәлиевтәр, Ҡужабаевтар, Хангәрәевтәр, Камаловтар), ҡаралар (Латиповтар, Хәбировтар, Вәлиәхмәтовтар, Мозафаровтар), мышыуҙар (Ғәлимырҙиндар, Вилдановтар, Ғүмәровтар, Ноғмановтар, Вәлишиндар), маңҡалар (Сабитовтар, Мифтаховтар, Саттаровтар, Йәнсуриндар, Шәрәфетдиновтар, Исрафиловтар, Харуновтар), алабайталдар (Миһмановтар), төрәйҙәр (Хажиндар).
ТУПАҠ (Башай, Күкәй, Алдағол, Тәүәт,) - ҡалмыҡтар (Абдулхаҡовтар, Муллағәлләмовтар, Ғәлиуллиндар); көршәктәр (Мөхәмәтдиновтар, Әхмәтовтар); бырауҙар (Асмановтар, Әсфәнйәровтар, Әсмәнйәровтар, Хөснөйәровтар, Хөбөтдиновтар, Садиҡовтар, Ғибәҙәтовтар, Йыһангировтар).
ХӘМИТ -
ҮТӘГӘН - ҡаймаҡтар (Ғиниәтовтар, Иғдисамовтар, Фәхрисламовтар, Сафиндар, Ялмырҙиндар, Мәғәфүровтар), бубылдар (Әбүбәкировтар, Рысҡужиндар, Йәнбирҙиндәр, Сәйфуллиндар, Ғайсиндар, Йәһүҙиндәр), аҫбаттар (Әминевтәр, Фәйезовтар, Ғәлләмовтар, Хажиндар), типтәрҙәр (Мансуровтар, Мөхәмәтовтар, Мөлөковтар), көзәләләр (Солтановтар, Ҡужиндар). Йәһүҙиндәр 17 быуынын белә.
ЮЛДАШ (Күҙәсә) - юлдаштар (Сәйетғәлиндәр, Йәнғазиндар, Сафиндар), юнайҙар (Баймырҙиндар, Аҡмырҙиндар, Ғафаровтар), ҡарасмандар (Ғәлиндәр, Шәйхисламовтар), артыҡҡолдар (Ғариповтар, Шәриповтар, Зариповтар).
ШӘРИП - кәзәләр (Абдрахмановтар), айыуҙар (Төхбәтовтар).
БӨРЙӘН РАЙОНЫ:
ҠОЛҒАНА - ҡолғаналар (Шаһимәрҙәновтар, Ишбулатовтар), ҡарғалар (Вәлиевтәр, Ғәтиәтуллиндар, Мөхәмәтовтар, Сәйфуллиндар, Әхмәтовтар, Нуретдиновтар, Мусиндар), ишкенәләр (Ғәләүетдиновтар, Шағалиндар, Хәйбуллиндар), тупыстар (Шәйхисламовтар, Килдияровтар, Мөхәмәтйәровтар, Ғәйетбаетар, Мөхәмәҙиевтар, Айытбаевтар.)
МӘҺӘҘЕЙ: ишкенәләр (Тәхәүетдиновтар).
БЕЛОРЕТ РАЙОНЫ:
МӨХӘМӘТ - ҡонандар, бесәйҙәр, һуналар, өшөкәйҙәр, ҡаҡбаштар.
ҠАҺАРМАН - дүмәйҙәр (Ҡужәхмәтовтар), ҡарабалтырҙар (Ирғәлиндәр), бесәйҙәр, мөгөҙҙәр, ҡаратабандар, сартаҡбайҙар (Моратшиндар), эсәктәр, тояҡтар, бөйәндәр, ҡырғыстар, бешкәктәр, батмандар, айыуҙар, тартайҙар, шамбылар, туҡтыбайҙар, башмаҡтар, татарҙар, һарттар, үңәстәр, дөйәләр, һарыбайҙар, ҡараҡалпаҡтар (Моратшиндар), аҡһуйылдар (Ноғомановтар, Ғибаҙуллиндар, Шакировтар), ҡырғыҙҙар (Ғиниәтуллиндар), ҡаҙаҡтар (Муллағәлиндәр), көршәктәр (Мөхәмәтдиновтар); тумырауҙар (Байегетовтар).
Зилә ЛИРА, йырсы:
Беҙҙең арала, дүмәйҙәр араһында, оҫталар күп булған. Ҡатын-ҡыҙҙар кейеҙселәр, тегенселәр булғандар, ир-егеттәр ағас эшенә оҫта булғандар. Ябай төйгөстөң төйгөсөн суҡлап тороп, йыбанмай эшләп ултырған берәүҙе күреп урыҫ: "Поди-ка, думай", - тип аптырап күҙәтеп торған. Эргәһендә торған башҡорттар "дүмәй" тип маҡтаны тигәндәр ҙә арабыҙға ошо исемде йәбештергәндәр. Хәҙер беҙ дүмәйҙәр булып йөрөйбөҙ.
ШЫҒАЙ - кәҫтәр (Хәлфетдиновтар, Аҙнағолдан килгәндәр), мораттар (Шәрәфетдиновтар), бесәйҙәр (Ғизетдиновтар, Фәсхетдиновтар), мөгөҙҙәр (Минһажевтар, Миһрановтар, Хисаметдиновтар, Әбҡәдировтар), ҡаратабандар (Ямалетдиновтар, Түләбаевтар, Сәхәүетдиновтар, Сәйфуллиндар), эсәктәр (Хәтиуллиндар, Килдейәровтар, Нәбиуллиндар), тояҡтар (Ғәлекәевтәр, Зариповтар, Харисовтар, Үҙәнбаевтар, Әминевтар), бөйәндәр (Баймөхәмәтовтар), ҡырғыстар, бешкәктәр (Ғибәҙәтуллиндар), батмандар (Хәйернуровтар), айыуҙар (Әйүповтар, Йыһаншиндар), тартайҙар (Сөнәғәтовтар), шамбылар (Оморҙаҡовтар), туҡтыбайҙар, башмаҡтар (Хажиндар, Нуретдиновтар, Шәйәхмәтовтар), татарҙар (Ғәлиуллиндар, Әбүталиповтар, Мәғәфүровтар, Шиһаповтар, Мөхтәровтар, Таһировтар), һарттар (Йылҡыбаевтар, Татлыбаевтар, Әмировтар, Вәлиәхмәтовтар, Ғибатовтар), ҡыҙыл үңәстәр (Әбсәләмовтар, Сәлмәновтар, Йәләлетдиновтар), дөйәләр (Хәйруллиндар, Хәлиловтар), һарыбайҙар (Мостафиндар, Ҡаһировтар), ҡырғыҙҙар (Бәхтиевтәр).
Яҙыусы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА яҙып ебәрҙе.
Фәриҙә ТАЛХИНА, Белорет районы Инйәр ҡасабаһы.
- Минең әсәйемдең әсәһе, йәғни өләсәһе Шығай ауылындағы Шағәле Шаҡман нәҫеленә тоташа. Уларҙы Татар араһы тип йөрөтәләр. Молҡаман бабалары 1812 йылғы Ватан һуғышынан ҡайтҡанда бер татар ҡатыны менән танышып, уны кәләш итеп алып ҡайтҡан. Шунан Молҡамандан тыуған вариҫтарын Татар араһы тип алып киткәндәр.
АҘНАҒОЛ - туҡтыбайҙар (Әҙелмырҙиндар, Сәйетғәлиндәр, Ғилмановтар, Хөсәйеновтар, Фәйзуллиндар, Абдрахмановтар, Ғимрановтар, Ғариповтар, Галиндар, Яҡуповтар, Шәйхетдиновтар, Ғәлиәкбәровтар, Ғибаҙатовтар, Юнысовтар, Ниғмәтуллиндар, Сәғәҙәтовтар, Айытбаевтар, Кәримовтар, Ҡотлобаевтар, Ҡорманғәлиевтәр, Яныбаевтар, Сәғитовтар).
ҮТКӘЛ - ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, мораттар, батмандар, бесәйҙәр.
Фәриҙә Талхина: бер бабабыҙҙың тәҙрәгә ҡуйған ҡарындығын бесәй ашаған, бесәйҙәр тигән ырыу араһы исеме уларға шунан йәбешкән. Бесәйҙәр Хөсәйен ауылын да ла барҙар.
ХӨСӘЙЕН - мораттар (Ғәйнетдиновтар, Мөхәмәтйәновтар, Мәхмүтовтар, Ҡәләмовтар, Мусиндар, Зыкриндар, Муллағәлләмовтар), бесәйҙәр (Йәнгерәйевтәр, Мөхәмәтдиновтар, Мөхәмәтҡужиндар, Иҫәнғужиндар, Ғизетдиновтар, Фәсхетдиновтар, Тайыповтар), ҡарһаҡтар (Төхвәтуллиндар, Шәғәлиндар, Фәтҡуллиндар, Хөснөтдиновтар, Нарынбаевтар, Усмановтар), татарҙар (Ғаззаловтар).
МӘЛӘҮЕЗ РАЙОНЫ:
ОЛО МОҠАС - шағымандар (Хисаметдиновтар, Шаһмановтар, Камаловтар), тимәстәр (Шаһмановтар), моҡастар (Ғәйнуллиндәр, Көҫәпҡоловтар), ҡаҙаҡтар (Имамовтар), ҡалмаҡтар (Ҡамбулатовтар).
БӘЛӘКӘЙ МОҠАС - күҙәйҙәр, ҡалмаҡтар, тараҡандар.
ЯҠТЫКҮЛ - шағымандар (Хисаметдиновтар), тимәстәр (Ихсановтар, Шаһмановтар, Солтановтар), моҡастар (Уразбаевтар), ҡаҙаҡтар (Имамовтар).
СМАҠ: ҡарғалар, әнтәктәр, эткүҙҙәр, бикәттәр, сегәндәр, әләкүҙҙәр, үгеҙҙәр, сыбартабандар, ҡуяндар.
ҠОТОШ - ҡарғалар (Рәхмәтуллиндар), мәхмүттәр (Хужәхмәтовтар), әптектәр (Шәриповтар, Собханғоловтар), шакалалар (Зәйнәғәбдиновтар, Ҡыуандыҡовтар).
ТҮЛӘК - ҡалмаҡтар (Ҡамбулатовтар, Булатовтар), бикмештәр (Мырҙағоловтар), тиреҫтәр (Вахитовтар).
КӨЙӨРГӘҘЕ РАЙОНЫ:
ЙОМАҒУЖА: сысҡандар, бикәтештәр, күк мейеләр, төйгөстәр, тырмалар.
ИЛКӘНӘЙ -
ТҮКӘН -
МӘМБӘТҠОЛ -
МИӘКӘ РАЙОНЫ:
ТАМЪЯН-ТАЙМАҪ: башмаҡтар, шәкерҙәр.
ЕРЕКЛЕКҮЛ: буҡыйҙар, шәгрәйҙәр, ишәйҙәр, мораҙымдар.
ҠОЛТАЙ-ҠАРАН: буҡыйҙар, шәгрәйҙәр, ишәйҙәр, мораҙымдар.